Заман менән бергә атлай07.12.2011
Баш ҡалалағы "Стеклонит" асыҡ акционерҙар йәмғиәтен заман менән бергә атлаусы предприятие тип әйтергә була. Бындағы ҡорамалдар һәм технологиялар баҙар ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән продукция етештереү мөмкинлегенә эйә. Улай ғына түгел, инновация йүнәлешендә лә әүҙем эшләйҙәр. Мәҫәлән, бер нисә йыл элек сүс-оптика кабелдәре сығарыуҙы яйға һалғандар.
Ошо көндәрҙә 50 йыллыҡ юбилейын билдәләгән йәмғиәт менән танышырға республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов та килде.
Быяла һәм полимерҙан етештерелгән ептәрҙән күп нәмә эшләргә мөмкин. Быға предприятиеның ҡапҡаһын үтеү менән теҙелешеп киткән әҙер продукция төрҙәрен күргәс тә инанаһың. Тәү ҡарашҡа тимерҙән эшләнгән төҫлө тойолған күпер ҙә быяла сүстән "тегелгән" һәм, формаһына урынлаштырылып, шыйыҡ полимер тултырып ҡатырылған булып сыҡты. Ә төргәк-төргәк махсус селтәрҙе асфальт һалғанда ҡулланалар, ҡырын урында газон үҫтергәндә япма итеп файҙаланалар. Быяла сүсе һәм полимерҙан ҡойолған плитәләр бер-береһенә кейҙерерлек итеп эшләнә һәм һаҙлыҡлы урындан ауыр техниканы үткәргәндә түшәү өсөн тәғәйенләнә.
Рөстәм Зәки улы һәр изделие менән ентекләп танышты һәм уларҙың ҡулланылыш даирәһенең киң булыуын билдәләне.
– Предприятиеның продукцияһы Башҡортостанға күпләп кәрәк. Әгәр ҙә предприятие заказдарҙы тотороҡло тәьмин итә ала икән, беҙ оҙайлы хеҙмәттәшлеккә әҙер, – тине ул.
Бөтөн донъя стандарттарына яуап биргән продукция кабель, лак-буяу, көпләү материалдары етештереүҙә, авиация, автомобилдәр эшләү сәнәғәтендә, энергетикала, металлургияла, төҙөлөш тармағында, ремонт һәм реставрация эштәрендә уңышлы файҙаланыла.
В. БОРИСОВ.


Вернуться назад