Радий Хәбиров Өфөлә таҙалыҡ урынлаштырырға ҡушты17.03.2025
Фото: Валерий Шахов

Радий Хәбиров Өфөлә таҙалыҡ урынлаштырырға ҡушты

Башҡортостан Башлығы Өфө хакимиәтенә һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына биләмәләрҙе таҙартыу эшенә тотонорға ҡушты. «Амбициялыраҡ булығыҙ! Ике көн Мәскәүҙә булдым – унда бөтә ерҙә лә тәртип. Әлбиттә, беҙҙең климат шарттарын сағыштырып булмай — уларҙа күптән ҡар юҡ, газондар ҙа йәшел тиһәң дә була. Әммә беҙҙә лә яҙ бер айға иртәрәк килде, пландарҙы үҙгәртергә кәрәк. Быға тиклем биләмәләрҙе таҙартыуҙы 1 майға тамамлау бурысы ҡуйылһа, ә хәҙер 1 апрелгә тирә-йүн тәртипкә килтерелергә тейеш. Эште тиҙерәк башлағыҙ. Кешеләрҙе һәм техниканы сығарығыҙ. Өфө – республиканың баш ҡалаһы, дәрәжәне һаҡларға кәрәк. Ҙур күләүектәр йыйыла, һыу баҫа башланы. Быны иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай, оператив яуап бирергә кәрәк», — тине Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.


Хәбәр иткәнебеҙсә, ял көндәрендә Өфөлә 23 мең кеше ҡатнашлығында тәүге өмәләр үтте. Баштараҡ дөйөм ҡала өмәләре 12 һәм 26 апрелгә тәғәйенләнгәйне.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-03-17/radiy-habirov-poruchil-navesti-chistotu-v-ufe-4159775



Вернуться назад