Альбина Ҡасимханова Башҡортостандың төбәк сервис вәкиле итеп тәғәйенләнде
Башҡортостанда төбәк сервис вәкиле итеп Альбина Ҡасимханова тәғәйенләнде, тип хәбәр иттеләр республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә.
«Хеҙмәт министрлығы тәҡдиме буйынса, төбәк сервис вәкилен билдәләнек, — тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. — Мин Альбина Фәрит ҡыҙы Ҡасимханованы йәмәғәт башланғысында республика Башлығы ҡарамағындағы социаль сәйәсәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсе итеп тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙым. Барығыҙ ҙа уны яҡшы беләһегеҙ. Ошо эште яйға һалыуҙы һорайым».
Рәсәй төбәктәрендә сервис вәкилдәренең төп бурысы – граждандар өсөн социаль хеҙмәттәр күрһәтеү процесын мөмкин тиклем ябай һәм аңлайышлы итеү. Вәкилдәрҙе уҡытыу менән Стратегик инициативалар агентлығы (АСИ) шөғөлләнә. 2022 йылда АСИ көнүҙәк социаль мәсьәләләрҙе асыҡлау һәм хәл итеү өсөн төбәк сервис вәкилдәре институтын асыу тураһында иғлан итте, тип яҙғайны ТАСС.
Белешмә:
Альбина Фәрит ҡыҙы Ҡасимханова 1987 йылдың 23 мартында Стәрлебаш районының Стәрлебаш ауылында тыуған. 2008 йылда – Башҡорт дәүләт университетын, ә 2022 йылда Өфө фән һәм технологиялар университетының Хоҡуҡ институтын тамамлай. Филология фәндәре кандидаты.
Хеҙмәт юлын 2008 йылда «Башҡортостан» телерадиокомпанияның телевидение студияһы хәбәрсеһе булып башлай.
2010-2024 йылдарҙа – «Тамаша» ижади берекмәһе хәбәрсеһе, телевидение студияһының маркетинг бүлеге матбуғат секретары, телевидение студияһының үҫеш бүлеге матбуғат секретары, киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эш итеү департаменты начальнигы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының административ-идара итеү персоналы гендиректоры кәңәшсеһе.
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, республика хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты.