Радий Хәбиров Михаил Мурашко менән Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүҙе тикшерҙе
«Мәскәүҙә Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Альбертович Мурашко менән бер нисә мәсьәләне ентекле тикшерҙек, – тип яҙа республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. – Ил президенты ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылған һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһына тәү сиратта ниндәй объекттарҙың индерелеүен ҡараныҡ. Уҙған йылдарҙа ошо йүнәлештә яҡшы эшләнек, Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы булышлығында һәм үҙ аҡсабыҙға 500-гә яҡын фельдшер-акушерлыҡ пунктын алмаштырҙыҡ, бик күп объекттарҙы ремонтланыҡ һәм төҙөнөк. Беҙҙең өсөн яңы программа – беренсел звенола башланған эште тамамлау һәм ландшафтты тулыһынса үҙгәртеү мөмкинлеге».
Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, республикала иң тәүҙә поликлиникаларҙы ремонтлау, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртыу эшенә етди иғтибар бирелә. Шулай уҡ республикаға федераль үҙәктән бүленгән аҡсаның 80% – яңы объекттар төҙөү йәки булғандарын реконструкциялау, ҡалған 20% ҡорамалдар һатып алыуға йүнәлтеү тураһында һөйләшеп килешелде.
«Форсаттан файҙаланып, Михаил Альберт улын Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусын асыу тантанаһына саҡырҙым. Был объект беҙгә ауыр бирелде. Төҙөлөшкә 11 миллиард һум аҡса һалдыҡ. Уны асҡан көндө Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса советтың быйыл тәүге ултырышын үткәрергә йыйынабыҙ.
Беҙ илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән тығыҙ эшләйбеҙ һәм министрлыҡҡа, Михаил Мурашкоға ярҙамы һәм иғтибары өсөн рәхмәтлебеҙ», – тине Радий Хәбиров.