Мартта Башҡортостанда сит ил агенттарына депутат булыуҙы тыйған закон ҡабул ителә
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы власть органдарында вазифа биләүсе сит ил агенттары тип танылған кешеләрҙең вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында закон проектын март айында аҙаҡҡы уҡыуҙа ҡарай. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Һөҙөмтәлә «Башҡортостан Республикаһы Башлығы тураһында» һәм «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - ҡоролтай депутатының статусы тураһында» республика закондары үҙгәртелә. Вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу нигеҙҙәре исемлеген яңы пункт менән тулыландыралар. Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, бындай ҡарар милли именлек мәнфәғәттәре менән бәйле, сөнки сит ил йоғонтоһо аҫтындағы вазифалы кешеләрҙең йәшерен мәғлүмәттән ил мәнфәғәттәренә зыян килтереүе ихтимал.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Дәүләт Йыйылышы депутаттарының Башҡортостан мәктәптәрендә дәрестәр үткәреүе хаҡында яҙғайны.