Башҡортостан депутаттары хужаһыҙ эттәр тураһында закон проектын тикшерә12.03.2025
Фото: Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан депутаттары хужаһыҙ эттәр тураһында закон проектын тикшерә

Башҡортостан парламенты депутаттары берәҙәк эттәрҙең кешеләргә ташланыуын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән федераль закон проектын тикшерә. Дәүләт Думаһы әлеге закон проектын 18 мартта ҡарарға тейеш. Был хаҡта республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.


Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев әйтеүенсә, ғәмәлдәге саралар системаһы хатта йәшәгән йорттары янында ла халыҡтың именлеген тәьмин итмәй. Берәҙәк эттәрҙең һөжүм итеү осраҡтары элеккесә һирәк күренеш түгел.


«Һәр кешенең йәшәүгә хоҡуғы Конституция менән нығытылған. Кеше эттәргә яраҡлашырға тейеш түгел. Федераль закон нәҡ ошо координаталар системаһынан сығып эш итер тип ышанабыҙ», — тип белдерҙе Толкачев.


Уның фекеренсә, һәр ҡарарҙың нигеҙендә кешеләргә лә, хайуандарға ла ҡарата кешелеклелек булырға тейеш. Кешеләр ҙә, эттәр ҙә агрессиянан яҡлауға мохтаж.


«Кешеләрҙең именлеген хәстәрләгәндә, беҙ хайуандарҙы ғәмһеҙ хужаларҙан һәм бәғерһеҙ әҙәмдәрҙән яҡларға, аслыҡҡа дусар итмәҫкә, яфаламаҫҡа тейешбеҙ. Яңы закон проектынан өҫтөнлөктәрҙе дөрөҫ бүлеүҙе көтәбеҙ», — тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-03-12/deputaty-bashkirii-obsudyat-zakonoproekt-o-bezdomnyh-sobakah-4154138



Вернуться назад