Июндә республикала яңы һөнәри байрам барлыҡҡа килә10.03.2025

Июндә республикала яңы һөнәри байрам барлыҡҡа килә

Июндә Башҡортостанда яңы һөнәри байрам булдырыла. Атап әйткәндә, республиканың Йәштәр сәйәсәте өлкәһе хеҙмәткәре көнөн булдырырға тәҡдим ителә. Уны йыл һайын Йәштәр көнөндә – июндең һуңғы шәмбеһендә билдәләү планлаштырыла.


Республика парламентының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дәүләт Йыйылышының киләһе ултырышында депутаттар яңы һөнәри байрам булдырыу тураһында закон проектын ҡарай.


«Был өлкәләге белгестәр дәүләт программаларын ғәмәлгә ашырыу һәм йәштәрҙең үҙ һәләттәрен үҫтереү өсөн шарттар булдырыу аша йәмғиәттең киләсәген формалаштырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Һөнәри байрам булдырыу илдә йәштәр сәйәсәтенең ролен һәм һөнәрҙең әһәмиәтен таныу булып тора», — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.


Әлеге көндә республикала 179 йәштәр үҙәген һәм клубын берләштергән 68 йәштәр сәйәсәте учреждениеһы эш алып бара. Муниципаль йәштәр учреждениеларында яҡынса мең ярым белгес эшләй.


Хәбәр иткәнебеҙсә, Рәсәйҙә яңы байрам — Остаз көнө барлыҡҡа килеүе ихтимал.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-03-10/v-iyune-v-bashkirii-poyavitsya-novyy-professionalnyy-prazdnik-4150576



Вернуться назад