Радий Хәбиров Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү советын етәкләй05.03.2025
Фото: ГНС

Радий Хәбиров Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү советын етәкләй

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең указы менән Сәнәғәтте үҫтереү советын булдырҙы. Кәңәшмә органы федераль, төбәк һәм муниципаль власть органдарының үҙ-ара һәм предприятиелар менән һөҙөмтәле бәйләнешен тәьмин итергә тейеш, тиелә документта.


Советҡа сәнәғәт, сауҙа министрлыҡтары, шул иҫәптән федераль министрлыҡ вәкилдәре; бизнесҡа ярҙам күрһәтеү өсөн яуаплы структура етәкселәре; Башстат; БСК, БГК, Өфө моторҙар эшләү берекмәһе, Инман, «НефАЗ» кеүек компанияларҙың етәкселәре, «Газпром»дың төбәк компаниялары һәм башҡалар; Башҡортостан Милли банкы һәм ҙур банктарҙың етәкселәре инә.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-03-05/radiy-habirov-vozglavit-sovet-po-razvitiyu-promyshlennosti-4145115



Вернуться назад