Башҡортостандың элекке транспорт министры Александр Клебанов вафат04.03.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостандың элекке транспорт министры Александр Клебанов вафат

Башҡортостандың элекке транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов вафат булған. Сәбәбе – онкология, тип хәбәр итә Ufanovosti.ru порталы.


Клебановтың адвокаты Геворг Кандилян журналистарға үҙенең яҡланыусыһының үлеме тураһында хәбәр алыуын раҫланы.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уға ҡарата тикшереү башланғайны. Экс- чиновник айырыуса ҙур күләмдә ришүәт алыу тураһында эш буйынса ғәйепләнде. Ул республика вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаевҡа ҡаршы күрһәтмәләр бирҙе.


«Башинформ» хәбәр иткәнсә, тикшереү барышында Александр Клебановтың транспорт һәм юл хужалығы министры һәм «Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы ағзаһы булған ваҡытта «Киви» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселегенән хеҙмәт буйынса дөйөм ҡурсалау өсөн 5 миллион һум ришүәт алыуы асыҡланды.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-03-04/skonchalsya-byvshiy-ministr-transporta-bashkirii-alesandr-klebanov-4144113



Вернуться назад