Башҡортостанда фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты булдырылды03.03.2025
Фото: Олег Яровиков

Башҡортостанда фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты булдырылды

Башҡортостанда Фәнни-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты булдырылды. Дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйыу тураһында белдерҙе.


 — Беҙ иҡтисад үҫешен фән ҡаҙаныштары менән тәрәнерәк берләштереү тураһында әйтә килдек, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Беҙгә шуның өсөн яуаплы булған үҙаллы орган кәрәк. Эш күләме ҙур. 15 мартта беҙҙең юғары уҡыу йорттарының «Өҫтөнлөк 2030»-ға өс заявкаһын яҡлау була, был ғилми тикшеренеүҙәрҙе үҫтереүгә этәргес бирә, һәйбәт федераль финанслау. Беҙҙә кампустың икенсе сираты төҙөлә, Евразия ғилми-етештереү үҙәге әүҙем эшләй. Ул фән ҡаҙаныштарын бер урынға туплап, производствоға һәм бизнесҡа индереү үҙәге булып тора.


Дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһына кандидатура бар, ләкин Радий Хәбиров был турала һуңыраҡ хәбәр итергә вәғәҙәләне.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-03-03/v-bashkirii-sozdan-goskomitet-po-nauchno-tehnologicheskomu-razvitiyu-4142623



Вернуться назад