Республикала иноагенттар депутат була алмай
Сит ил агенты статусы асыҡ власть органдарында вазифа биләүселәрҙең вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу өсөн нигеҙ булырға тейеш. Республика парламенты беренсе уҡыуҙа «Башҡортостан Республикаһы Башлығы тураһында» һәм «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатының статусы тураһында» закондарға үҙгәрештәр индергән тейешле закон проектын ҡабул итте.
Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, бындай ҡарар милли именлек, йәмәғәтселек мәнфәғәттәрен яҡлау кәрәклеге менән бәйле. Үрҙә һанап үтелгән вазифа биләүселәр йәшерен мәғлүмәт менән ҡулланырға мөмкин, өҫтәүенә уларҙың эшмәкәрлеге граждандарҙың мәнфәғәттәрен яҡлауҙы һәм конституцияға тоғролоҡто күҙ уңында тота, был, депутаттар фекеренсә, сит ил агенты статусына тап килмәй.
Бынан алдараҡ «Башинформ» сит ил агенттары өсөн махсус иҫәптәр индереүҙе күҙ уңында тотҡан яңы федераль закон тураһында яҙғайны.