Путин Тәлғәт Тажетдинға конфессия-ара татыулыҡҡа өлөш индергәне өсөн рәхмәт белдерҙе
Рәсәй президенты Владимир Путин Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән осрашты.
Осрашыу барышында Президент Тәлғәт Тажетдинға һәм исламдың барлыҡ вәкилдәренә Рәсәй халыҡтарының конфессия-ара берҙәмлегенә һәм татыулығына өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт әйтте. Ислам динендәгеләр Рәсәй йәмғиәтенең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора, тип билдәләне Владимир Путин.
Ил президенты һүҙҙәренсә, бөгөн Рәсәй мосолмандары үҙҙәренең иң яҡшы сифаттарын күрһәтә, атап әйткәндә, махсус хәрби операцияла үҙҙәрен батырҙарса тота. Юғары мөфтөй имамдар махсус хәрби операция барышында яугирҙәрҙең рухын күтәрә. Бынан алдараҡ «Башинформ» ошо хаҡта тулыраҡ яҙғайны.
Бынан тыш, Тажетдин мосолман ойошмаларының хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам йыйып оҙатыуҙары тураһында ла һөйләне.