Алексей Гусев Башҡортостандың сауҙа министры вазифаһын ҡалдырҙы24.02.2025

Алексей Гусев Башҡортостандың сауҙа министры вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев вазифаһын ҡалдырҙы. Был хаҡта чиновник «Башинформ»ға үҙе хәбәр итте.


Алексей Гусев һүҙҙәренсә, хәҙер ул – республика етәксеһе Радий Хәбировтың кәңәшсеһе, ә сауҙа министры итеп Рәсәйҙең Үзбәкстандағы сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле Азат Асҡаров тәғәйенләнә.


Бынан алдараҡ Башҡортостан хөкүмәтендә бурыстар бүленде, тип хәбәр иткәйне Башинформ.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-02-24/aleksey-gusev-pokinul-post-glavy-mintorga-bashkirii-4134752



Вернуться назад