Һуңғы айҙарҙа дәүләттәр араhындағы сәйәси ҡапма-ҡаршылыҡтар, иҡтисади юғалтыуҙар ғәҙәти хәлгә әйләнеп бара, әллә ҡасан уҡ тоҡанған эреле-ваҡлы hуғыштар hаман тынмай.
Донъя иҡтисадын өйрәнеүсе белгестәр фекеренсә, бөгөн кешелек Өсөнсө валюта hуғышы осоронда йәшәй. Илдәр конкуренция шарттарында өҫтөнлөк яулау, көрсөктән hуңғы финанс ауырлыҡтарын еңелерәк үткәреү өсөн үҙ-ара көрәшә, шул уҡ ваҡытта уларҙың береhе лә эҙемтәләрҙең аяуhыҙ булыуы ихтималлығы хаҡында уйлап та бирмәй. АҠШ, Япония hәм Европа илдәре үҙ валютаhын hаҡлау өсөн «башҡаларҙы бөлдөр» тигән принцип буйынса эш итә кеүек. «Валюта hуғышы hөҙөмтәhендә доллар курсының төшөүе, капиталдың hәм бер-береңә ышаныстың юҡҡа сығыуы сит планета кешеләренең hөжүме кеүек бығаса булмаған ҡурҡыныс хәлдәргә килтерәсәк, – ти ошо мәсьәлә буйынса китап яҙған банкир Джеймс Рикардс. – Иң байҙарҙың да мөлкәте йөкмәп йөрөтөрлөк дәүмәл менән сикләнеүе мөмкин».
Рикардс Көнсығыш сәйәсмәндәренә «дошман» дәүләттәр – атап әйткәндә, Ҡытай, Рәсәй hәм Иран – тарафынан долларҙы төшөрөү hәм АҠШ-ты көсhөҙләндереү маҡсатында саралар күрелеүе ихтималлығын иҫкәртмәксе. Фекерен ул Пентагонға тәүге тапҡыр 2009 йылда уҡ белдергән булған. Йәнәhе, Рәсәй алтын менән генә иҫәпләшеүсе hәм долларҙан баш тартыусы банк асҡан, нефть hәм газ хаҡына сит илдәрҙән «ҡаты валюта» ғына ҡабул итә. Был ҡотҡо, әлбиттә, американдарҙы hиҫкәндермәй ҡалмағандыр.
Рәсәй ҙә бындай шарттарҙа уяулыҡ hаҡларға мәжбүр. Яңыраҡ ил Президенты Дмитрий Медведевтың ҡушыуы буйынса Калининградтағы радиолокация станцияhы хәрби дежурға ҡуйылды. Европаның барлыҡ биләмәhен hәм Атлантик океан буйын даими күҙәтеп тороусы был ҡоролма – АҠШ менән НАТО-ның ошо ерҙә ракеталарҙан hаҡланыу системаhын төҙөү буйынса пландарына тәүге яуап. Дәүләт башлығы белдереүенсә, Көнсығыштағы партнерҙарыбыҙ hаман да беҙҙең менән иҫәпләшергә теләмәhә, hаҡланыуҙың башҡа саралары, шул иҫәптән «Искәндәр» ракета комплексы ла хәрби хәлгә килтереләсәк.
Әлбиттә, Рәсәй өнhөҙ ҡалырға тейеш түгел ине, сөнки АҠШ-тың Европала беҙҙән hаҡланыу өсөн ҡоролмалар төҙөргә ниәтләүе ике ҡитға араhына шына булып ҡағылды. Әлегә, бәхеткә күрә, океандың ике ярына ла ракеталар сөйөлмәй, тик баҡсаларға таш атылыуына ла күҙ йомоп булмай.
Тыныс мөнәсәбәттәргә, емешле хеҙмәттәшлеккә, тотороҡлолоҡҡа ынтылышыбыҙ бүтән илдәргә яҡшыраҡ күренә. Күптән түгел Косовоның 20 меңдән ашыу сербы, Рәсәй гражданлығын биреүҙе hорап, Белградтағы илселеккә мөрәжәғәт итте. Быны, әлбиттә, беҙҙең ҡануниәт нигеҙендә тормошҡа ашырып булмай, шулай ҙа Президент Дмитрий Медведевтың ҡушыуы буйынса Сербияға аҙыҡ-түлек hәм кейем-hалым оҙатылды, артабан да иҡтисади hәм хоҡуҡи йәhәттән ярҙам дауам итәсәк.
Башҡортостан да ил төбәктәре араhындағы көрәш шарттарында йәшәй, тик ул алыштың маҡсаты – мөмкин тиклем күберәк инвестициялар йәлеп итеү. Бында бер-береңде батырырға тырышыу, көс менән янау кеүек алымдар ҡулланылмай. Киреhенсә, hәр кем үҙенең тыныс, йомарт, күркәм икәнлеген күрhәтергә тейеш.
– Рәсәй төбәктәрендә хәл төрлөсә: бер урында инвесторҙар өсөн шарттар бөтөнләй юҡ, икенселәрендә улар күңел hалып эшләй, – тине республика Президенты Рөстәм Хәмитов үҙәк гәзиттәрҙең береhенә биргән интервьюhында. – Беҙ икенселәре рәтенә баҫырға ниәтләйбеҙ: Башҡортостанда инвесторҙарға уңайлылыҡтар күп булырға тейеш.
Даян МӘЖИТОВ