Андрей Назаров республика халҡын Халыҡ-ара туған тел көнө менән ҡотланы
Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров республика халҡын Халыҡ-ара туған тел көнө менән ҡотланы.
«Туған тел — милли хазина, ул ни тиклем яҡшыраҡ һаҡланһа, беҙ уны шул тиклем күберәк үҫтерәбеҙ. Күп милләтле республикабыҙҙа 100-ҙән ашыу милләт төрлө телдәрҙә аралаша, — тип яҙа премьер-министр социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. — Халыҡ-ара туған тел көнө менән!»
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ» Өфөнөң «Рәсәй – халыҡтар йорто» Бөтә Рәсәй этнодиктантына ҡушылыуы хаҡында хәбәр иткәйне.