Башҡортостан Башлығы Рифат Сабитов менән республикала телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереүҙе тикшерҙе18.02.2025

Башҡортостан Башлығы Рифат Сабитов менән республикала телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереүҙе тикшерҙе

18 февралдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының генераль директоры урынбаҫары Рифат Сабитов менән осрашты. Улар республика телерадиотапшырыуҙарын үҫтереүҙе һәм республиканың Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы менән хеҙмәттәшлеге тураһында фекер алышты, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.


Осрашыуҙа Башҡортостанда милли тапшырыуҙарҙы һаҡлау һәм киңәйтеү мәсьәләләренә, шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған сараларҙы яҡтыртыуға айырыуса ҙур иғтибар бүленде.


Осрашыу һуңында Радий Хәбиров күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм телерадиотапшырыуҙар үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Рифат Сабитовҡа Халыҡтар дуҫлығы орденын тапшырҙы.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-02-18/glava-bashkirii-obsudil-razvitie-regionalnogo-teleradioveschaniya-4126394



Вернуться назад