Башҡортостан Үзбәкстан менән сәнәғәт кооперацияһын үҫтерергә ниәтләй
Башҡортостан Үзбәкстан менән сәнәғәт кооперацияһын үҫтерергә ниәтләй. Республика Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Ботиржон Асадов менән осрашыуҙа ошо мәсьәләне тикшерҙе.
Осрашыу һөйләшеүҙәр форматында үтте. Хеҙмәттәшлекте яңы кимәлгә сығарырға мөмкинлек биргән берлектәге проекттар һөйләшеүҙең өҫтөнлөклө йүнәлеше булды, тип хәбәр итте Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Атап әйткәндә, Башҡортостанда берлектәге технопарк, цемент заводы, йомшаҡ төргәктәр, газ баллондары етештереү төҙөлөшө тураһында һүҙ барҙы.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры — сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев хәбәр иткәнсә, 2024 йылдың 11 айында Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 2023 йылдың ғинуар-ноябре менән сағыштырғанда 19,8% артҡан. Төбәктән экспорт – 14,7%, ә импорт 68,5% артҡан.