Республика Башлығы Иглин районының үҫеш планына төҙәтмәләр индерергә ҡушты
Башҡортостандың Иглин районының үҫеш планы ҡайтанан ҡарала, тип хәбәр итте республика башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә. Муниципалитетта халыҡ һанының йылдам артыуы шуны талап итә.
«2021 йылда Иглин районында хөкүмәттең күсмә ултырышы уҙҙы, сөнки унда бик күп проблемалар бар ине. Һөҙөмтәләр буйынса социаль-иҡтисади үҫеш планы ҡабул ителде. 120 пункттың 65-е бойомға ашырылды, 31-е өлөшләтә үтәлде. Һәйбәт һөҙөмтә, байтаҡ объекттар, мәҫәлән, Оло Теләктә социаль-мәҙәни үҙәк, Иглиндә мәктәп һәм физкультура-һауыҡтырыу комплексы, Көҙәй ауылында моделле китапхана асылды, 13 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты яңыртылды. Ләкинбыл план 2024-2025 йылдарға иҫәпләнгәйне, мин уны яңынан ҡарарға, хакимиәт менән берлектә яңыртылған юл картаһын төҙөргә һәм яңынан күсмә кәңәшмә ойошторорға тәҡдим итәм», — тигән бурыс ҡуйҙы Хәбиров республиканың Министрҙар кабинетына.
Бынан алдараҡ Иглин районында «Атайсал. Ватан көсө» форумы уҙҙы.