Башҡортостанда ОСАГО полисы автомобилде теркәү өсөн документтар исемлегенән алына
Башҡортостанда ОСАГО полисын автомобилде теркәү өсөн документтар исемлегенән алырға теләйҙәр, тип хәбәр иттеләр республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән.
20 февралдә пленар ултырышта Башҡортостан парламенты депутаттары Башҡортостан Республикаһының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында кодексына үҙгәрештәрҙе ҡарай.
«Автомобилде теркәү ваҡытында күрһәтелә торған мотлаҡ документтар исемлегенән автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау полисын төшөрөп ҡалдырырға тәҡдим ителә», — тине республика парламенты спикеры Константин Толкачев.
Закон проекты транспорт сараларын дәүләт теркәүе процедураһын камиллаштырыуға һәм артыҡ нормаларҙы бөтөрөүгә йүнәлтелгән.
Дәүләт Йыйылышында билдәләүҙәренсә, ОСАГО полисын автомобилде теркәү өсөн мотлаҡ документтар иҫәбенән алыу ике ғәмәлдең логик бүленешенә нигеҙләнә: транспорт сараһына эйә булыу һәм уны файҙаланыу. Автомобиль һатып алыу һәр ваҡытта ла уны тиҙ арала файҙалана башлауҙы күҙ уңында тотмай. Хужаһы автомобилде оҙаҡ файҙаланмаҫҡа, туҡталҡаға йәки гаражға ҡуйып тороуы мөмкин. Бындай осраҡтарҙа страховка полисын шунда уҡ рәсмиләштереү талабы артыҡ һәм өҫтәмә финанс йөкләмә генә тыуҙыра.
«Шул уҡ ваҡытта юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр булмай. Автогражданлыҡ яуаплылығын страховкалау дөйөм ҡулланылыштағы юлдарға сығыу өсөн мотлаҡ талап булып ҡала. Тәҡдим ителгән яңылыҡ автомобиль хужаларына ОСАГО полисын рәсмиләштереү ваҡытын үҙаллы һайларға мөмкинлек бирә», — тип йомғаҡ яһаны Константин Толкачев.