Владимир Путин менән Дональд Трамп телефондан һөйләште
Рәсәй президенты Владимир Путин Америка президенты Дональд Трамп менән телефондан һөйләште, тип хәбәр итә Кремль сайты. Ике дәүләт башлыҡтарының һөйләшеүе сәғәт ярым дауам итте.
Улар Рәсәй һәм АҠШ граждандары менән алмашыуға бәйле мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Ҡушма Штаттар президенты Путинды Америка яғының бөтә өлгәшелгән килешеүҙәрҙе үтәйәсәгенә ышандырҙы.
Бынан тыш, Украинала хәлдәрҙе көйләү темаһы ҡуҙғатылды. Дональд Трамп хәрби хәрәкәттәрҙе тиҙ арала туҡтатыу һәм проблеманы тыныс юл менән хәл итеү кәрәклеген белдерҙе.
«Владимир Путин, үҙ яғынан, конфликттың тәү сәбәптәрен бөтөрөү кәрәклеген иҫкә төшөрҙө һәм Дональд Трамптың оҙайлы көйләүгә тыныс һөйләшеүҙәр менән өлгәшергә мөмкин тигән фекере менән ризалашты», — тип билдәләнә Кремлдең белдереүендә.
Рәсәй Президенты шулай уҡ Америка дәүләте башлығының «илдәребеҙҙең бергә эшләр ваҡыты етте» тигән тезисын хупланы.
Әңгәмә барышында Яҡын Көнсығышта хәлдәрҙе көйләү темалары, Иран ядро программаһы һәм иҡтисад өлкәһендә ике яҡлы Рәсәй-Америка мөнәсәбәттәре ҡуҙғатылды.
Владимир Путин Дональд Трампты Мәскәүгә саҡырҙы һәм Рәсәйҙә ике яҡ та ҡыҙыҡһынған эш йүнәлештәре буйынса Американың вазифалы кешеләрен ҡабул итергә әҙер булыуын белдерҙе.
Ике ил башлыҡтары шәхси бәйләнештәрҙе, шул иҫәптән шәхси осрашыуҙар ойоштороуҙы дауам итеү тураһында һөйләшеп килеште.