Путин яҡташтарыбыҙға юғары исемдәр биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы12.02.2025
Фото: kremlin.ru

Путин яҡташтарыбыҙға юғары исемдәр биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Владимир Путин Башҡортостанда йәшәүселәргә юғары исемдәр биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. «Башинформ» ҡарамағында ошондай документ бар.


Әйтәйек, Флүрә Фәттәховаға «Герой-әсә» исеме бирелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, абруйлы исемгә ун һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар лайыҡ була. Кушнаренко районының Иҫке Ҡормаш ауылында йәшәгән ханым ете балалы ғаиләлә тыуып үҫкән һәм үҙе лә ун балаға ғүмер бүләк иткән. Беренсеһе менән кинйәһенең йәш айырмаһы 21 йәш.


Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт драма театры артисы Илдар Ғүмәров «Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.


Бынан алда «Башинформ» дәүләт башлығының Башҡортостан табиптарына дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәр биреүе тураһында яҙғайны.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-02-11/putin-podpisal-ukaz-o-prisvoenii-zhitelyam-bashkirii-vysokih-zvaniy-4116951



Вернуться назад