Радий Хәбиров Белоруссия менән хеҙмәттәшлектең төп маҡсатын әйтте
Башҡортостан Башлығы республикабыҙҙың Белоруссия менән хеҙмәттәшлегенең төп маҡсаты сәнәғәт кооперацияһы булыуын әйтте.
– Ғөмүмән, Белоруссия менән Рәсәй Федерацияһы араһындағы айырым мөнәсәбәттәрҙе иҫәпкә алып, беҙҙең төп бурысыбыҙ – сәнәғәт кооперацияһы. Хеҙмәттәшлекте артабан да дауам итергә, уртаҡ предприятиелар төҙөргә теләйбеҙ, – тине Радий Хәбиров Sputnik Беларусь агентлығына биргән интервьюһында.
Беларусь Республикаһы – төп тышҡы иҡтисади ғына партнер түгел, сөнки мәҙәниәт, гуманитар, социаль өлкәләрҙә лә төрлө яҡлы хеҙмәттәшлек үҫешкән, тип билдәләне ул. Шунан сығып, мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә етди иғтибар бирелә.
– Һис шикһеҙ, беренсеһе – тауар әйләнеше, һәм беҙ уның үҫеше өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. Уңыштар һәм бурыстар бар. Атап әйткәндә, һуңғы йылдарҙа Белоруссиянан Башҡортостанға импорттың артыуын теркәйбеҙ, һәм был бик ҡыуаныслы, – тине Башҡортостан Башлығы.
Санкциялар оппоненттарға көтөлмәгән рәүештә йоғонто яһаны: республикалар тағы ла яҡынайҙы, тағы ла һөҙөмтәлерәк хеҙмәттәшлек башланды, тип билдәләне ул. Сәнәғәт кооперацияһы сиктәрендә 350-нән ашыу төрлө изделиелар барлыҡҡа килде. Был продукция Башҡортостан менән Беларусь предприятиеларының берлектәге хеҙмәте иҫәбенә формалаша – импортты алмаштырыу буйынса бурыс шулай тыныс һәм ышаныслы үтәлә.
Рәсәй Федерацияһының Федераль таможня хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2024 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында Беларусь Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешендә 5,4% өлөшө булған контрагент илдәрҙең тәүге унау иҫәбенә инә. Башҡортостан менән тышҡы сауҙа әйләнешенең дөйөм күләмендә Беларусь Республикаһы менән экспорт өлөшө – 46,9%, импорт өлөшө – 53,1%.
– Эйе, ысынлап та, беҙ Белоруссияла – йыш ҡунаҡ, сөнки даими бәйләнешһеҙ, барлыҡ кәрәкле процестарҙы даими көйләмәй тороп, уңышҡа ирешеп булмай, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Бөгөн дә бында – Башҡортостандан ҙур делегация. Беҙ барыбыҙ ҙа Белоруссиялағы коллегаларыбыҙ менән 2022-2024 йылдарға төҙөгән юл картаһы сиктәрендә эшләйбеҙ. Хәҙер 2025-2027 йылдарҙа хеҙмәттәшлек итеүгә иҫәпләнгән яңы юл картаһы бар.