Башҡортостан Башлығы рәсми сәфәр менән Белоруссияға килде07.02.2025
Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты

Башҡортостан Башлығы рәсми сәфәр менән Белоруссияға килде

Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы 6 февралдә рәсми сәфәр менән Беларусь Республикаһына килде. Республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостан менән Белоруссияның власть органдары һәм бизнесы араһында иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында үҙ-ара эшмәкәрлекте үҫтереү, сәнәғәт кооперацияһын, мәҙәни-гуманитар һәм туристар менән алмашыуҙы киңәйтеү сәфәрҙең төп маҡсаты булып тора.


«Беларусь – беҙҙең төп тышҡы иҡтисади партнер. Республика –  уның президенты Александр Григорьевич Лукашенко, идара итеү командаһы, халҡы менән яҡшы мөнәсәбәттәр булдырылды. Бергә эшләйбеҙ. Үҙ-ара тауар әйләнеше, кооперация бәйләнештәре, улар беҙгә сәнәғәт, ауыл хужалығы өлкәһендә етди компетенциялар бирә», — тине Радий Хәбиров журналистар менән аралашҡанда.


Уның һүҙҙәренсә, тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеге бәйләнештәрҙең даимилығы менән дә билдәләнә, шуға күрә Башҡортостан делегацияһы йәнә Беларусь Республикаһына килде.


«Сәфәрҙең программаһы бик бай. Ил етәкселеге менән осрашырға, бер нисә яңы производствоны ҡарарға ниәтләйбеҙ. Һис шикһеҙ, гуманитар проекттарҙы ла тикшерербеҙ. Мәҫәлән, йәйгеһен уҡыусыларыбыҙҙы бында сәйәхәткә алып килергә уйлайбыҙ. Былар барыһы ла –  системалы эш, уны планлы рәүештә башҡарырға кәрәк», — тип хәбәр итте республика етәксеһе.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-02-07/glava-bashkirii-pribyl-s-ofitsialnym-vizitom-v-belarus-4111658



Вернуться назад