Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Рәсәй Дәүләт Думаһы ҡарамағындағы Йәштәр парламенты рәйесе урынбаҫары Анна Дианова менән осрашты. Сарала Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко ҡатнашты, тип хәбәр итте республика парламентының матбуғат хеҙмәте.
Анна Дианова Рәсәйҙә һәм айырым төбәктәрҙә йәштәр парламентының үҫеш үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне, Башҡортостанға сәфәрҙән тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Николай Самойленко үҙ сиратында Башҡортостандың район һәм ҡалаларындағы йәштәр советтары менән үҙ-ара эш итеү тураһында мәғлүмәттәр, киләсәккә пландар менән уртаҡлашты.
Константин Толкачев төбәктә йәштәр хәрәкәтен үҫтереүҙең әһәмиәтен билдәләне, депутаттар менән эшләүҙә тағы ла әүҙемерәк булырға саҡырҙы.
Л. ДӘҮЛИЕВА.