14 июндә Минскиҙағы осрашыу барышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Беларусь Республикаһы Премьер-министры Михаил Мясникович артабанғы хеҙмәттәшлек тураһындағы протоколға ҡул ҡуйҙы. Унда ике республика араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса күрһәтмәләр раҫланды, яуаплылар билдәләнде.
Тәҡдимдәр машина эшләү продукцияһы менән тәьмин итеүгә, йыйыу производстволарын, етештереү кооперацияһын үҫтереүгә ҡағыла. Документҡа ярашлы, Беларусь Республикаһында Башҡортостандың Сауҙа йортон асыу проекты эшләнәсәк. Бынан тыш, Башҡортостанда Беларусь технологияһы буйынса һөтсөлөк фермалары төҙөү, машиналар һәм ҡорамалдар менән тәьмин итеү, шулай уҡ республикабыҙҙағы ауыл хужалығында картуф эшкәртеү технологияһын ғәмәлгә индереү буйынса эште дауам итеү күҙаллана.
15 июндә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Беларусь Республикаһына эш сәфәре барышында Брест ҡалаһында булды. Бында республика етәксеһе Герой-ҡәлғә мемориаль комплексындағы Мәңгелек утҡа сәскә һалды, Брест ҡәлғәһен обороналау музейы экспозицияһын ҡараны һәм Почетлы ҡунаҡтар китабында иҫтәлекле яҙыу ҡалдырҙы.
Г. ИШЕМҒОЛОВА.