Сергей Плотников – Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары
Сергей Плотников Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Әлегә тиклем ул Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы вазифаһында эшләне. Плотниковтың яңы вазифаға тәғәйенләнеүен республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәтендә раҫланылар.
Ул йылылыҡ, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү системаларын төҙөү, реконструкциялау, ремонтлау; айырым фатирҙы йылытыу системаһына күсеү өсөн яуаплы.