Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы вице-премьер вазифаһына Руслан Хәбибовтың кандидатураһын хупланы
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы республика премьер-министры урынбаҫары — спорт министры вазифаһына Руслан Хәбибовтың кандидатураһын хупланы. Тауыш биреү бөгөн ҡоролтайҙың 18-се ултырышында уҙҙы, ҡарар бер тауыштан ҡабул ителде.
Руслан Хәбибов был вазифала спорт министрлығы, хеҙмәт министрлығы һәм почта өсөн яуаплы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алдараҡ ул вице-премьер вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
«Мин спорт министры Руслан Таһир улы Хәбибовтың мөмкинлектәрен көсәйтергә ҡарар иттем. Тәү сиратта, федераль хөкүмәт менән эштә», — тип белдергәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.