Луганск Халыҡ Республикаһында Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллеге булдырылды22.01.2025
Фото: архив

Луганск Халыҡ Республикаһында Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллеге булдырылды

Луганск Халыҡ Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағында Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге булдырылды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.


Красный Луч ҡалаһында урынлашҡан тулы хоҡуҡлы вәкиллектең маҡсаты – Башҡортостан менән Луганск Халыҡ Республикаһы араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәҙәни һәм гуманитар бәйләнештәрҙе киңәйтеү.


Указ Башҡортостан Республикаһының Луганск Халыҡ Республикаһы ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге тураһында положениены раҫлай. Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәтенә ойошманың структураһы һәм штат һаны буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушылды.


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-01-21/sozdano-polnomochnoe-predstavitelstvo-bashkortostana-pri-pravitelstve-lnr-4091741


 


 



Вернуться назад