Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов рәсми делегация етәксеһе сифатында Беларусь Республикаһына юлланды. Минск аэропортында төбәк етәксеһен Беларусь Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы илсеһе Андрей Кобяков, архитектура һәм төҙөлөш министры Анатолий Ничкасов ҡаршы алды.
Ике көнлөк сәфәрҙә Беларусь Президенты Хакимиәте, Министрҙар Советы, эшлекле даирәләр вәкилдәре менән осрашыуҙар үткәреләсәк, сәнәғәт предприятиеларына сәфәр ойоштороласаҡ.
Рөстәм Хәмитов “Белкоммунмаш” холдингының идарасы компанияһындағы етештереү майҙансыҡтарында булды. Республика башлығы яңы автобустар, троллейбус, трамвай, йөк машиналары етештереү технологияһы менән танышты, йыйыу линияһын, әҙер продукция өлгөләрен ҡараны. Башҡортостан Президенты республикабыҙҙа берлектә троллейбус һәм трамвай етештереүҙе ойоштороу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Предприятие етәксеһе менән осрашыуҙа заводтағы яңы технологиялар ярҙамында Өфөләге һәм Башҡортостандың бүтән ҡалаларындағы транспорт мәсьәләһен хәл итеү мөмкинлеге тикшерелде. Атап әйткәндә, заманса халыҡ-ара стандарттарға яуап биргән һәм Минск ҡалаһында һынау үткән шпалһыҙ трамвай юлдары селтәрен үҫтереү тәҡдиме индерелде.
Ошо уҡ көндө Беларусь Республикаһы Президенты резиденцияһында Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов Александр Лукашенко менән осрашты. Унда машиналар эшләү, нефть химияһы һәм сәнәғәттең башҡа тармаҡтарында, шулай уҡ гуманитар өлкәлә ике республика араһындағы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.