Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль миграция хеҙмәте етәксеһе Константин Ромодановский менән осрашыу ваҡытында миграция буйынса 2025 йылға тиклемге дәүләт сәйәсәтенең концепцияһын раҫлауын белдерҙе. Дәүләт башлығы был тәңгәлдә ҡатыраҡ закондар тәҡдим итеүҙе һәм йәмәғәтселек фекерен өйрәнеүҙе үтенде.
Рәсәйҙәрҙең ил буйлап йөрөүенә, эшсе мигранттарҙың ағымына бәйле тәртиптең булмауы халыҡта ризаһыҙлыҡ уята. Миграция өлкәһендәге закондар аңлайышлы, ябай һәм ҡайһы саҡта ҡәтғи булырға тейеш.
Әлеге мәлдә миграция хеҙмәте Рәсәйгә эшкә килгән сит ил граждандарының махсус ҡабул итеү урындарынан, үҙәктәрҙән ҡасыу осраҡтары булған хәлдә уларға ҡарата ниндәй сара ҡулланыу мөмкинлеген өйрәнә. Ведомство етәксеһе фекеренсә, ҡайһы бер осраҡтарҙа мигранттарға ҡарата яза йомшаҡ. Илгә законһыҙ рәүештә инеп, эшләп йөрөүселәргә ҡатыраҡ сара күреү – көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәлә. Шулай уҡ Рәсәй граждандарын йәшәү урыны буйынса иҫәпкә алыу тәртибен боҙоу (айырыуса ҙур ҡалаларҙа был йыш күҙәтелә) миграция хеҙмәте өсөн ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.
Ҡануниәттәге һәр үҙгәреш ентекле өйрәнелергә, йәмәғәтселеккә еткерелергә тейеш. Йәмәғәт палатаһы, депутаттар, милли диаспора етәкселәре йәмәғәтселек менән бергә етешһеҙлектәрҙе тикшерергә бурыслы. Был йәһәттән тәртип булдырыу өсөн нигеҙ бар, эште генә оҙаҡҡа һуҙмаҫҡа кәрәк, тип билдәләне ил башлығы.
Л. ҒАФАРОВА.