Башҡортостанда Татарстандың яңы даими вәкиле тәғәйенләнде
Татарстан Рәйесе Рөстәм Миңлеханов Илсур Ихсановты Башҡортостанда республиканың яңы даими вәкиле итеп тәғәйенләне.
Тейешле указға 14 ғинуарҙа ҡул ҡуйылған. Даими вәкил өс йылға тәғәйенләнә, тиелә документта.
2024 йылдың октябрендә Рөстәм Миңлеханов 2020 йылдың көҙөнән бирле эшләгән Йосоп Яҡуповты вазифаһынан бушатҡайны. Ул үҙ теләге менән был вазифаны ҡалдырҙы.
Республикабыҙҙа Татарстандың даими вәкиллеге 2011 йылдың мартында ойошторолдо. Уның төп бурысы – ике күрше төбәк араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәҙәни һәм гуманитар бәйләнештәр булдырыуға, үҫтереүгә һәм киңәйтеүгә булышлыҡ итеү.