Рәсәй президенты Ватанды һаҡлаусылар йылын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы17.01.2025
Фото: kremlin.ru

Рәсәй президенты Ватанды һаҡлаусылар йылын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Президент Владимир Путин 2025 йылда Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар йылын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.


«Тарихи хәтерҙе һаҡлау өсөн, 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан ветерандарға рәхмәт белдереп һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың батырлығын танып, 2025 йылда Рәсәй Федерацияһында Ватанды һаҡлаусылар йылын уҙғарырға тигән ҡарар ҡабул итәм», - тиелә унда.


Ватанды һаҡлаусылар йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе итеп президент хакимиәте етәксеһе Антон Вайно тәғәйенләнде.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 2025 йыл МХО-ла ҡатнашыусылар йылы тип иғлан ителде, тип яҙғайны «Башинформ».


https://www.bashinform.ru/news/politics/2025-01-17/prezident-rossii-podpisal-ukaz-o-provedenii-goda-zaschitnika-otechestva-4086893



Вернуться назад