Үҫеш шик тыуҙырмай15.06.2012
Мәскәүҙәге эшлекле осрашыу барышында Владимир Путин менән Рөстәм Хәмитов Башҡортостандағы социаль-иҡтисади хәл тураһында фекер алышты, тип хәбәр итте Рәсәй Президентының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан етәксеһе ил башлығын төбәктәге төп эш күрһәткестәре менән таныштырҙы.
— Быйыл биш айҙағы һөҙөмтәләр насар түгел. Был тулайым төбәк продуктына ла, сәнәғәт етештереүе индексына ла ҡағыла, — тине республика башлығы. — Сәнәғәт етештереүе индексы 107,5 процент тәшкил итте. Өҫтәүенә инвестициялар ҙа арта. Был ыңғай күренеш айырыуса эшкәртеү сәнәғәтендә күҙәтелә.
Республика Президенты төҙөлөш тармағында ла уңыштар булыуын, халыҡтың килеме артыуын билдәләне. Ул артабан ҙур проекттар, шул иҫәптән Урал һәм Волга буйы иҡтисадын үҫтереү өсөн газ сеймалы менән тәьмин итеү хаҡында һөйләне.
— Ямалдағы ятҡылыҡтарҙан Волга буйына еңел углеводородтарҙың киң фракцияһын ташыу өсөн үткәргес торбалар һуҙыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. Уның һөҙөмтәһендә етештереү артасаҡ, эш урындары барлыҡҡа киләсәк, — тине Башҡортостан Президенты. — Был йәһәттән техник-иҡтисади дәлилдәр ҙә бар. Хеҙмәт етештереүсәнлеге юғары, заманса, ҡыҙыҡлы, киләсәге булған эш урындарын арттырыу буйынса Һеҙ ҡуйған бурысты тормошҡа ашырырға әҙербеҙ.
Рөстәм Хәмитов, был проект химия сәнәғәтен үҫтереү буйынса сифат йәһәтенән үҫеш тәьмин итәсәк, тигән фекер белдерҙе.
Владимир Путин социаль өлкәләге хәл, иң элек эш хаҡы кимәле менән ҡыҙыҡһынды.
— Һеҙ ҡуйған бурыстарҙың барыһы ла тормошҡа ашырыла, — тине республика башлығы. — Былтырғы йомғаҡтар буйынса уҡытыусыларҙың уртаса эш хаҡы 30 процентҡа артты, быйылғы биш ай күрһәткестәре буйынса ул Башҡортостандағы уртаса эш хаҡы кимәленә етте тиерлек.
Осрашыуҙа шулай уҡ һаулыҡ һаҡлауҙы яңыртыу мәсьәләләре лә тикшерелде.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад