Дуҫтар! Һеҙҙе борсоған һорауҙарға танылған юрист Таһир МАНСУРОВ яуап бирә. Уға мөрәжәғәт итеү өсөн һорау@mail.ru электрон адресына хат яҙып ебәрергә йәки телефон аша редакцияның дәүләт һәм хоҡуҡ бүлегенә (272-35-20) шылтыратырға мөмкин.
Аҡсағыҙҙы урлаһалар...— Хеҙмәт хаҡы ала торған карточкамдан 10 мең һум аҡсамды урланылар. Банкка мөрәжәғәт итеп уларҙан сығымды ҡаплатыуҙы талап итергә хоҡуғым бармы? Әгәр мөмкин икән, быны нисек эшләргә?
Артур, Өфө ҡалаһы.
— Тәү сиратта банк менән килешеү шарттарын ҡарағыҙ. Йыш ҡына унда шундай иҫкәрмә яҙыла: әгәр һеҙҙең карточканан быға вәкәләте булмаған кеше аҡса алһа, банк бының өсөн яуаплы түгел. Ошо шарт килешеүҙә яҙылған булһа, сығымдарҙы ҡаплатыу бик ауырға тура киләсәк. Шулай ҙа тырышып ҡарарға кәрәк. Эш шунда: бындай иҫкәрмәләр ғәмәлдәге ҡануниәт талаптарына тап килмәй. Банк менән мөнәсәбәттә һеҙ ҡулланыусы булып иҫәпләнәһегеҙ, тимәк, “Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында”ғы Закон положениеларына таянырға кәрәк. Ә уға ярашлы, банк килешеүгә үҙенең яуаплылыҡ тоймауы тураһында яҙа алмай.
Хәҙер һеҙгә банкка мөрәжәғәт итергә кәрәк. Банк үҙендә тикшереү үткәрәсәк һәм уның һөҙөмтәһе буйынса һеҙгә аҡсағыҙҙы кире ҡайтарырғамы, юҡмы икәнлеген хәл итәсәк. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: банк сығымдарығыҙҙы ҡаплауҙан аҡса урланыуында һеҙҙең ғәйеп булған осраҡта ғына баш тарта ала. Мәҫәлән, карточканы һәм уның PIN-кодын кафелағы өҫтәлдә ҡалдырып китәһегеҙ икән — ғәйеп һеҙҙә. Әммә карточкағыҙҙы юғалтмай һәм кодығыҙҙы бер кемгә лә әйтмәй генә һаҡлағанһығыҙ икән, банк аҡсаны ҡайтарырға тейеш. Әгәр улар бынан баш тартһа, судҡа мөрәжәғәт итергә хоҡуҡығыҙ бар.
Түҙеп тороғоҙ— Миңә мираҫҡа автомобиль ҡалдырҙылар. Әммә уның хужаһы вафат булды, ә мираҫты алыу ваҡыты етмәгән. Минең бөгөндән автомобилдә йөрөргә хоҡуғым бармы? Әгәр бар икән, быны нисек эшләргә?
Мәүлит, Архангел районы.
— Ундай хоҡуғығыҙ юҡ. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ярашлы, һеҙҙеке булмаған автомобилгә идара иткән саҡта, рәсми раҫланған ышаныс ҡағыҙы булырға тейеш. Тик Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 118-се статьяһына ярашлы, транспорт хужаһы вафат булыу менән ул ғәмәлдән сыға. Ә мираҫты алыу өсөн алты айлыҡ ваҡыт билдәләнгән. Ошо ваҡыт эсендә мираҫҡа дәғүә итеүсе нотариусҡа ғариза бирә ала. Тик алты ай үткәс кенә нотариус һеҙгә мираҫты алыу хоҡуғы тураһындағы танытма бирә. Һеҙ шул танытма менән генә транспортҡа хоҡуҡты үҙегеҙҙең исемгә рәсмиләштерә алаһығыҙ.