Китте... Икмәк, ит етештереүҙе хәстәрләп китте29.03.2019
Бөгөн Көйөргәҙе район Советы депутаттары хакимиәт башлығы Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаһын ҡабул итте. Ул районға 2001 йылдан етәкселек итте.

Мәғлүм булыуынса, 62 йәшлек Әхәт Ҡотләхмәтов хаҡлы ялға китергә ниәтләй. Ул район хакимиәте башлығы вазифаһында үткәргән һуңғы ултырыштарҙың береһе муниципаль “Инвестиция сәғәте” булды. Сарала “Ермолаевка икмәге” йәмғиәтендә тимер юл инфраструктураһын тергеҙеү, ит эшкәртеү цехын асыу, “Көйөргәҙе ит ризыҡтары” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы нигеҙендә колбаса етештереү проекттары тикшерелде.



Вернуться назад