Республикабыҙ 278 Советтар Союзы Геройын үҫтергән23.03.2019
Байрам уңайынан тантаналы йыйылыштағы сығышында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров бер быуатлыҡ тарихҡа ҡыҫҡаса байҡау яһап, төбәгебеҙҙең илдәге тәүге автономиялы республика, элек-электән уның ныҡлы терәктәренең береһе булыуын билдәләне.

“Тотош илебеҙ өсөн уртаҡ байрам бөгөн, – тине ул. – Башҡортостандың күп быуын вәкилдәре үҙҙәренең ватандаштары менән бер рәттән Тыуған илебеҙҙе дошмандан һаҡлаған, билдәле төҙөлөштәрҙә хеҙмәт иткән, ҡалаларҙы, ауылдарҙы тергеҙгән, фабрика-заводтарға нигеҙ һалған. Яҡташтарыбыҙҙың хәрби батырлыҡтарын онотмайбыҙ, улар араһында 278 Советтар Союзы Геройы бар.

Хеҙмәтсән халҡыбыҙҙың көсө менән аграр төбәктән сәнәғәт тармағы үҫешкән алдынғы республикаларҙың береһенә әйләндек”.

Радий Хәбировтың фекеренсә, ошондай хеҙмәт кешеләренең ышанысы аҡланырға, еребеҙ йәмлерәк була барырға, ул киләсәк быуындарға ҡеүәтле, көслө итеп ҡалдырылырға тейеш.


Вернуться назад