Беҙгә хәҙер үткәндәрҙе хѳрмәтләп, уларҙан һабаҡ алып, киләсәккә ышаныс менән ҡарап, яңы үрҙәргә ынтылып йәшәргә кәрәк. Тантаналы йыйылыштағы сығышында республика етәксеһе шулай тип белдерҙе.“Бөгөн беҙ үткән йөҙйыллыҡҡа рәхмәт әйтәбеҙ һәм яңы дәүергә аяҡ баҫабыҙ. Уның республика һәм уртаҡ йортобоҙ Рәсәй өсөн “алтын быуат” булырына ихлас ышанабыҙ”, – тине төбәк етәксеһе.
Ул үҙенең һәм командаһының Башҡортостандың ҡеүәтен арттырыу өсөн барыһын да эшләйәсәген белдерҙе.
“Иң мѳһиме – республикабыҙ йәмле, уңайлы булһын, халҡыбыҙ Башҡортостанда ғүмер иткәне менән ғорурланһын һәм һәр кем “Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тигән принцип менән йәшәһен, – тине Радий Фәрит улы. – Беҙгә республиканың икенсе йөҙйыллығының тәүге биттәрен яҙыу бәхете тейҙе. Уға башыбыҙҙы ғорур күтәреп, таҙа күңел, изге уй-теләктәр менән аяҡ баҫабыҙ. Алға, Башҡортостан!”