Төп көсөбөҙ – татыулыҡта23.03.2019
Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Валентина Матвиенко төбәктең 100 йыллығы уңайынан үткәрелгән оло әһәмиәткә эйә байрамға саҡырыу өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Башҡортостан – илдең социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индергән терәк төбәк. Уның бай тарихы, элек-электән килгән күркәм йолалары бар. Күп милләтле, күп конфессиялы республика. Ул үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын яҡшы һөҙөмтәләр менән ҡаршыланы, – тине Валентина Матвиенко. – Башҡортостан халҡының ғорурланырлыҡ уңыштары күп. Бындай ҡаҙаныш нигеҙендә уларҙың үҙҙәренең һәм төбәк етәкселегенең оло хеҙмәте ята.

Валентина Матвиенко Башҡортостандың Федерация Советындағы көндәрен юғары баһаланы, сараларҙың йөкмәткеле, конструктив булғанын билдәләне. Әле Рәсәй Хөкүмәте менән берлектә төбәктең социаль-иҡтисади үҫешенә дәүләт ярҙамы тураһында парламенттың юғары палатаһының йомғаҡлау ҡарарын тормошҡа ашырыу буйынса эш дауам итә.

“Һеҙгә һәм Федерация Советына рәхмәт: төбәктәргә һәр саҡ ярҙам итәһегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Ысынлап та, тәүге йөҙйыллыҡты яҡшы кәйеф, ғорурлыҡ хисе менән тамамлайбыҙ. Беҙҙә иҡтисад яҡшы үҫешкән. Шулай ҙа иң мөһиме – йәмғиәттәге, сәйәсәттәге тотороҡлолоҡ, милләттәр һәм конфессиялар араһындағы берҙәмлек.

Беҙ үҙебеҙҙе “башҡортостандар” тип атайбыҙ. Һәм бының менән ғорурланабыҙ”.


Вернуться назад