“Рәсәй 24” телеканалына биргән интервьюһында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республика алдында киләһе өс-биш йылда торған мөһим бурыстарҙы айырып билдәләне.
– Яңы заман яңы талаптар ҡуя. Беҙ иҫ киткес көслө көнәркәшле мөхиттә йәшәйбеҙ. Бында һүҙ заманса производстволар, инвестициялар тураһында бара, – тине ул.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, алда торған мөһим бурыстарҙың иң тәүгеһе – инвестициялар йәлеп итеү өсөн уңайлы мөхит булдырыу, сөнки башҡа төбәктәргә инвестиция ағымы артҡан ваҡытта, һуңғы йылдарҙа беҙҙә уның кәмей барыуы һағайтырға тейеш.
Икенсе мөһим мәсьәлә – милли проекттар. Бөгөн Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында ғәмәлгә ашырылған 12 милли проекттың барыһында ла ҡатнаша.
Артабан Радий Хәбиров халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу йәһәтенән башҡарылырға тейешле эштәргә, атап әйткәндә, “Башҡорт ихаталары”, “Тыуған урам” программаларына туҡталды. “Башҡортостан – иҫ киткес матур төбәк. Беҙҙең ауыл-ҡалаларыбыҙ ҙа шуға торошло булырға тейеш”, – тине ул.