Президент та оло баһа бирҙе22.03.2019
Башҡортостан Республикаһына 100 йыл тулыу айҡанлы төбәк Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Рәсәй 24” телеканалына интервью бирҙе. Унда ул әлеге датаның тарихи әһәмиәтенә, уның республикала ғына түгел, Рәсәй күләмендә киң билдәләнеүенә баҫым яһаны.

– Барлыҡ саралар ҙа ил Президенты Указына ярашлы үтә. Был беҙҙең өсөн бик мөһим. Был үҙе үк әлеге ваҡиғаның тарихи әһәмиәтенә Президент тарафынан оло баһа бирелеүе хаҡында һөйләй, – тине әңгәмә барышында төбәк етәксеһе.

Радий Фәрит улы юбилейға арналған сараларҙың күптән башланыуын билдәләне. Улар араһынан “Республиканың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына айырым туҡталды. Әйткәндәй быйыл әлеге башланғысҡа ярашлы 50-нән ашыу яңы объект – мәктәптәр, дауаханалар, мәҙәниәт йорттары тапшырыласаҡ.


Вернуться назад