Өфөлә “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арналған “Берҙәмлек. Гражданлыҡ. Илһөйәрлек” халыҡ-ара ғилми форумы башланды.
Сараға илебеҙҙең төрлө төбәктәренән йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, сәйәсмәндәр, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Белоруссия һәм башҡа илдәрҙән делегаттар килгән.
Форумда Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев асып, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе.
Форум сиктәрендә “Беренсе Республика” фильмы күрһәтеләсәк.