Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының халыҡ-ара саралар планына ярашлы, 12 – 22 майҙа ЮНЕСКО-ның “Көнбайыш Европа диалогы” тигән халыҡ-ара экспедицияһы үтте. Башҡортостан делегацияһы Франция, Германия, Бельгия, Нидерландтар, Люксембург һәм Төркиәлә булды.
21 кешенән торған делегацияға Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы, Өфөнөң 3-сө, 39-сы, 34-се, 97-се, 13-сө мәктәптәре, Салауат ҡалаһындағы педагогия колледжы һәм Ҡырмыҫҡалы ауылының 2-се мәктәбе вәкилдәре инде.
Республикалағы мәғариф учреждениеларын ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара проекттарында һәм программаларында ҡатнашыуға йәлеп итеү, Европа илдәрендәге тарихи, мәҙәни һәм тәбиғи мираҫты һаҡлап ҡалыу буйынса сит илдәрҙәге коллегаларҙың эш тәжрибәһе менән танышыу, ЮНЕСКО бөтә донъя мираҫының Европа илдәрендәге объекттарына сәфәр халыҡ-ара акцияның төп маҡсаты булды.
“ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре” проекты етәксеһе Ливия Салдари ханым менән осрашыу ҙа йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Унда республикалағы мәғариф учреждениеларының ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлеге мәсьәләһе, Башҡортостанда халыҡ-ара ойошманың айырым проекттарын һәм программаларын тормошҡа ашырыу мөмкинлеге тикшерелде. “Үҙең өсөн ЮНЕСКО-ны ас” тигән проект шуларҙың береһе булып тора. Ул йәмәғәтселекте ЮНЕСКО-ның әһәмиәте, эшмәкәрлеге, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһында уның тотҡан урыны менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Салдари ханым Башҡортостандан килгән ҡунаҡтарҙы ихлас ҡабул итте һәм сараның аҙағында Ҡырмыҫҡалының 2-се мәктәбенә “ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәбе” халыҡ-ара сертификатын тапшырҙы. Делегация вәкилдәренә халыҡ-ара ойошманың штаб-фатирына экскурсия ойошторолдо, ЮНЕСКО ағзалары булған илдәрҙең мәҙәниәтенә арналған күргәҙмәләр һәм экспозициялар, шулай уҡ тотош донъяға танылған рәссамдар П. Пикассо, И. Глазунов кеүек оҫталарҙың ижад емештәре күрһәтелде.
А. ХӘЛИЛОВ.