Яңы прокурор теҙгенде ҡаты тотмаҡсы21.03.2019
Яңы прокурор теҙгенде ҡаты тотмаҡсыБашҡортостандың яңы прокуроры тәғәйенләнде. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был вазифаға Камил Кашаевтың кандидатураһын раҫланы.

– Күрһәтелгән ышаныс өсөн Рәсәйҙең Генераль прокуроры Юрий Чайкаға рәхмәтемде белдерәм. Был вазифаны тупланған белемемде файҙаланыу өсөн мөмкинлек тип ҡабул итәм. Башҡортостандың власть органдары менән хеҙмәттәшлек итергә әҙермен, социаль яҡтан аҙ яҡланған халыҡ мәнфәғәттәрен бергә яҡлаясаҡбыҙ. Прокуратура эшмәкәрлеге асыҡ булырға тейеш, киң матбуғат саралары менән әүҙемерәк хеҙмәттәшлек итербеҙ тип ышанам, – тине ул.

Ул коррупцияға ҡаршы һәм төҙөлөш өлкәһендәге хоҡуҡ боҙоуҙарға айырыуса ҙур иғтибар йүнәлтергә йыйына. Прокуратура милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән аҡсаның нисек тотонолоуын, законһыҙ урман ҡырҡыу осраҡтарын, алкоголь әйләнешен әүҙем тикшерәсәк.

Камил Кашаев 1973 йылда Татарстанда тыуған. Ҡазан дәүләт университетын тамамлаған. Прокуратура органдарында 1995 йылдан алып хеҙмәт итә. Уның эшмәкәрлеге тармаҡ наградалары менән билдәләнгән.


Вернуться назад