Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов сит илдәрҙән республикабыҙға танышыу маҡсатында килгән киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашты. Төбәк етәксеһе уларға Башҡортостандағы иҡтисади хәл, үҫеш йүнәлештәре хаҡында һөйләне һәм һорауҙарға яуап бирҙе.
Сарала “Әл-Әләм” Иран телеканалы, Кувейттың дәүләт телевидениеһы, Сәғүд Ғәрәбстанының МВС Group телеканалы, “Российская газета”ның испан ҡушымтаһы, шулай уҡ The Economist журналы вәкилдәре ҡатнашты. Биш көнлөк сәфәр мәлендә сит ил журналистары республикалағы ҙур предприятиелар, музей, шифаханалар һәм ғилми учреждениелар, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, 1812 йылғы һуғыш ваҡиғаларының хәрби-тарихи реконструкцияһы менән танышты, һабантуй байрамында ҡатнашты.
Л. ДӘҮЛИЕВА.