Ғәҙеллек һәм асыҡлыҡ яҡлы21.03.2019
Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһының яңы рәйесе тәғәйенләнде. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарының күпселеге бөгөн пленар ултырыш барышында Константин Шаһиморатовтың кандидатураһы өсөн тауыш бирҙе.

– Палатаның абруйын нығытыу өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын. Беҙҙең эштә иң мөһиме – ғәҙеллек. Эшмәкәрлегебеҙ тәү сиратта бюджет аҡсаһын законһыҙ тотоноуҙо бөтөрөүгә йүнәлтеләсәк. Киң матбуғат саралары менән нығыраҡ хеҙмәттәшлек итергә кәрәк, халыҡ беҙҙең тикшереүҙәрҙең һөҙөмтәһе менән таныш булырға тейеш, – тине ул.


Константин Шаһиморатов 1975 йылда Өфөлә тыуған. 1997 йылда “Юриспруденция” белгеслеге буйынса Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Өфөлә төрлө вазифаларҙа эшләй, аҙаҡ “Ғәҙел Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһен етәкләй. Һуңғы йылдарҙа Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡала округының һайлау комиссияһы рәйесе булып эшләгән.


Вернуться назад