Кешене ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәттәрҙең барыһы ла теге йәки был дәүләт органында, урындағы үҙидарала, уларҙың ҡарамағындағы башҡа структураларҙа булырға тейеш. Әммә был мәғлүмәттәр халыҡҡа барып етәме һуң?
Мәғлүмәттәрҙән файҙаланыу — үҙ хоҡуҡтарыңды яҡлауҙың бер ҡоралы ул. Шунһыҙ дәүләт, йәмғиәт эштәренә идара итеүҙә, урындағы үҙидараны тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашып булмай.
2010 йылда дәүләт һәм урындағы үҙидара органдарының эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәр менән танышыу мөмкинлеге хаҡындағы федераль һәм республика закондары көсөнә ингәйне.
Граждандарҙың ошо өлкәләге хоҡуҡтары үтәләме, мәғлүмәттәрҙән асыҡтан-асыҡ файҙаланырға мөмкинме, яңы закондар эшләй башланымы, уларға төҙәтмәләр индереүҙең кәрәге юҡмы — Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа үтәсәк “Башҡортостан Республикаһы дәүләт органдары һәм урындағы үҙидара органдарының эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәргә эйә булыу мөмкинлеген тәьмин итеү хаҡында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының муниципаль берәмектәрҙә тормошҡа ашырылыуы” тигән темаға “түңәрәк өҫтәл”дә ошо мәсьәләләр ҡараласаҡ.
2011 йылдың 8 декабрендә сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклем Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитеты рәйесе, депутат Күзбәков Рөстәм Сөләймән улына тәҡдимдәрегеҙҙе еткерә һәм һорауҙарығыҙҙы бирә алаһығыҙ. Тура бәйләнеш телефоны: (347) 276-84-97.
Л. ДӘҮЛИЕВА.