Сочиҙа “Рәсәй лидерҙары” идарасылар бәйгеһенең финал ярыштары бара. Башҡортостандан финалға, конкурстың бихисап этаптарында еңеп, ете кеше сыҡты.
Ике ҡатнашыусының эше айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уларҙың береһе Азат Ахунов – кадр агентлығы хужаһы һәм етәксеһе. Кадрҙар табыу менән бер рәттән, ул ҡала экологияһы темаһы менән дә әүҙем шөғөлләнә. Яңыраҡ ҡына үҙенең ирекмәндәре менән IV класс уҡыусылары араһында экологик квест үткәреп, уйын формаһында уҡыусыларҙы сүп-сарҙы айырып йыйырға өйрәткән. Азат был проектты киңәйтергә йыйына. Бында уға “Рәсәй лидерҙары” конкурсы ярҙам итә ала тип иҫәпләй.
Тағы ла бер ҡатнашыусы Марат Вәлиев – Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә проекттарға идара итеү начальнигы. Ул үҙенең эшмәкәрлеге даирәһендә бик яуаплы һәм абруйлы белгес иҫәпләнә. Уның социаль проекты шулай уҡ экология темаһына бәйле. Өфөләге “Хәмзә” мәсете тирәһендәге биләмәне йәшелләндереүҙә ҡатнашҡан. Элек сауҙа павильондары булған ерҙә ҡарағай ағастары үҫәсәк. Марат был проектты артабан үҫтерергә һәм киңәйтергә йыйына.
Бәйгенең финалы 13 марттан 17-һенә тиклем уҙа. Унда 300 кеше ҡатнаша. Егеттәргә уңыштар теләйек!