Республика йортонда уҙған сираттағы кәңәшмә тағы ла торлаҡ төҙөлөшөнә, уның хаҡын нисек тә арзанайтыуға арналды. Сөнки республика халҡының күпселегенең торлаҡ һатып алырлыҡ мөмкинлеге юҡ, ипотека шарттары ла көс еткеһеҙ.
Кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса федераль фондтың генераль директоры Александр Браверман, Өфө районы хакимиәте башлығы Рәшит Саттаров, республиканың банк, төҙөлөш компаниялары вәкилдәре ҡатнашты.
— Кеше көтөп арыны. Артабан да былай дауам итеүе мөмкин түгел. Беҙгә эконом класлы торлаҡ төҙөүҙән башҡа юл юҡ. Улар тиҙ, сифатлы, төрлө форматта булырға тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов.
“Түңәрәк өҫтәл” артына йыйылыуҙың сәбәбе шунда: федераль фонд ярҙамында Өфө районында эконом класлы аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлә башлаясаҡ. Йорттар Миловка ауылы биләмәһенең көньяҡ-көнсығыш яғындағы 60 гектар самаһы майҙанда урынлашасаҡ. Урыны һәйбәт, транспорт өсөн дә уңайлы. М-5 федераль трассаһы янында оло юлға алып сығыусы юлдар асфальт менән ҡапланған. Ул — Өфөгә тиклем яҡынса 22 километр алыҫлыҡта. Барлыҡ торлаҡтың 75 проценты эконом класлыға ҡараясаҡ. Уларҙы энергия һаҡлау технологияларына ярашлы төҙөү күҙаллана.
“Түңәрәк өҫтәл” барышында республика Хөкүмәте менән федераль фонд араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Рөстәм Зәки улы әйтеүенсә, улар менән эшләү республика өсөн файҙалы буласаҡ. Фондтың төп бурысы — торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү. Ул һөҙөмтәһеҙ тип иҫәпләнгән федераль ҡулланылыштағы ерҙәрҙе эконом класлы торлаҡ төҙөү өсөн ҡуртымға тапшыра. Әлеге участканы ҡуртымға һатыу буйынса аукцион 29 июндә үтәсәк. Лоттың башланғыс хаҡы — 8 миллион 544 мең һум. Еңеүсе ерҙе алты йылға ҡуртымға аласаҡ һәм ошо ваҡыт эсендә кәм тигәндә 50 мең квадрат метр торлаҡ төҙөргә тейеш.
Фондтың генераль директоры Александр Браверман әйтеүенсә, был йорттарҙың хаҡы төбәктәге баҙар хаҡынан — 15, ә Төбәктәр үҫеше министрлығы билдәләгән хаҡтан 5-7 процентҡа арзаныраҡ буласаҡ.
Әлфиә ӘЙҮПОВА