Дәүләт хеҙмәттәре исемлеге раҫланды07.12.2011
Башҡортостан Хөкүмәтенең 2 декабрҙәге ҡарары менән республика башҡарма дәүләт власы органдары тарафынан күрһәтелергә тейешле мотлаҡ дәүләт хеҙмәттәре исемлеге билдәләнде, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Дәүләт хеҙмәттәре башҡарма власть органдары талап иткән төрлө ойошмаларға яҙылған мөрәжәғәттәрҙе үҙ эсенә ала. Бындай документтарға шулай уҡ һығымталар, белешмә ҡағыҙҙары, сертификаттар инә.
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, барлыҡ ойошмалар, шул иҫәптән бюджет, автоном, ҡаҙна учреждениелары, республиканың дәүләт унитар предприятиелары күрһәткән хеҙмәттәр ошо исемлектә билдәләнә.
25 хеҙмәттең 7-һе бушлай күрһәтелә. Ҡалған хеҙмәттәр өсөн түләү күләме республика Хөкүмәтенең 29 июндәге ҡарары менән раҫланды.
Урындағы үҙидара органдарына үҙҙәренең хеҙмәттәр исемлеген төҙөгәндә ошо ҡарарға таянырға тәҡдим ителә.
Ҡарарҙың үтәлешенә контроль Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш министрлығына йөкмәтелде.
“Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙе ойоштороу тураһында”ғы Федераль закондың 9-сы статьяһы талаптарына ярашлы, хеҙмәттәр исемлеге дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеүсе органдарҙың һәм ошо эштә ҡатнашыусы ойошмаларҙың сайттарында урынлаштырыла.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад