Республика йортонда Рәсәйҙең Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Сергей Степашин менән Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов беҙҙең төбәк һәм ошо контроллек итеүсе ведомство араһында хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда Палата аппараты етәксеһе Сергей Шахрай, “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды”ның генераль директоры Константин Цицин, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре ҡатнашты.
Кәңәшмәлә 2010 — 2011 йылдарҙа үткәрелгән тикшереүҙәр барышында Палата аудиторҙары тарафынан Башҡортостанда асыҡланған закон боҙоуҙарҙы бөтөрөү мәсьәләһе ҡаралды. Хоҡуҡ боҙоуҙарҙың күпселеге юҡҡа сығарылған, ҡайһы берҙәре буйынса эш дауам итә, сөнки бәғзе бер ҡатмарлыҡтар бар.
— Илдең Контроль-иҫәп палатаһы менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүҙе беҙ юғары баһалайбыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов. — Ул республиканың социаль-иҡтисади ҡеүәтенең, уның ресурстарының һөҙөмтәлелегенә анализ яһауға йүнәлтелә. Беҙ һәр йүнәлеш буйынса ғәҙел һәм намыҫлы эш алып барылыуын теләйбеҙ. Беҙгә иҡтисадыбыҙҙың, хужалыҡ итеү механизмдарының көслө һәм йомшаҡ яҡтарын белеү зарур.
Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы менән хеҙмәттәшлеге 2010 йылда төҙөлгән үҙ-ара эш итеү тураһындағы килешеүгә ярашлы алып барыла. Былтыр берлектәге эш төркөмө булдырылды, уның 2011 — 2012 йылдарға эш планы раҫланды.
Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса Сергей Степашин финанс контролде нығытҡаны һәм дәүләт, муниципаль финанс контроле системаһын аяҡҡа баҫтырыуға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн Рөстәм Хәмитовҡа миҙал тапшырҙы.
М. МӨХӘМӘТОВА.